Заманса мәктәпкәсә учреждение «Демография» милли проекты сиктәрендә төҙөлә. Заказсы булараҡ Башҡортостандың капиталь төҙөлөш идаралығы сығыш яһаған. Яңы объект мөмкинлектәре менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
Илһөйәр, көслө рухлы быуын тәрбиәләүгә айырыуса иғтибар. Благовещен ҡалаһында асылған яңы балалар баҡсаһында кескәйҙәрҙе йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр, милли уйындар менән таныштыралар. Мәктәпкә әҙерлек бара. Малай-ҡыҙҙар парта артына ултырып, белем тауына тәүге аҙымдарын яһай. Тәжрибәле коллектив билдәләүенсә, заманса шарттарҙа уҡытыу-тәрбиә эшен алып барыу күпкә уңайлы.
Ҡалала яңы балалар баҡсаһы төҙөлөшө 2019 йылдың көҙөндә башланып, былтыр декабрҙә тамамланғайны. Мәғариф эшмәкәрлеген алып барыуға лицензия иһә быйыл майҙа алына.
Иркен уйын бүлмәләре, музыка һәм спорт залдары - заманса йыһазландырылған мәктәпкәсә учреждениела кескәйҙәрҙең ижади һәләттәрен асыу, уларҙы физик яҡтан сыныҡтырыуға төп иғтибар йүнәлтелә. Тәрбиәселәрҙән тыш, кескәйҙәр менән медицина хеҙмәткәре, логопед-психологтар ҙа эшләй.
Балалар өсөн иртәнге һәм төшкө аш бина эсендә үк әҙерләнә, тулы циклдағы аҙыҡ-түлек блогы эшләй. Шулай уҡ учреждениела мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн дә уңайлы мөхит булдырылған, пандустар һәм лифт ҡуйыла. Асыҡ һауала балалар һанына ҡарап, ун ике уйын зонаһы сафҡа индерелә. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре буйынса видео күҙәтеү камералары урынлаштырыла.
Балалар баҡсаһы биләмәһе ботаника баҡсаһын хәтерләтә. Бында сәскәләрҙең генә йөҙҙән ашыу төрө бар, ылыҫлы ағастар ҙа ултыртылған. Йәшелләндереү эштәренең тәүмаҡсаты – балаларҙың экологик мәҙәниәтен арттырып, уларҙа хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү.
Тиҙҙән кескәйҙәр ярҙамы менән учреждение алдында сирендәр ултыртыу планлаштырыла, малай-ҡыҙҙар бәләкәйҙән ер эшенә өйрәнәсәк. Әйткәндәй, «Лукоморье» – Благовещен ҡалаһында ун беренсе мәктәпкәсә учреждение.
Мәғариф идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, яңы объект асылыу менән актуаль сират мәсьәләһе юҡҡа сыҡҡан. Был динамиканы алдағы ике-өс йылда һаҡлап буласаҡ. Шулай уҡ районда яңы социаль объекттар төҙөлөшөнә лә проекттар әҙерләнә.
Гөлназ Хәйбуллина