Спорт объекты урындағы халыҡтан тыш, күрше райондарҙан килеүселәрҙе лә ҡабул итә башланы.
Июль урталарында бассейн ремонтҡа ябылғайны. Был даими рәүештә йөҙөүгә йөрөүселәр өсөн бер аҙ уңайһыҙлыҡтар тыуҙырҙы. Бер айҙан ашыу ваҡыт эсендә газ ҡаҙанлығында ҡоролмалар алмаштырыла, яғыулыҡ системалары ҡышҡы йылытыу миҙгеленә әҙерләнә.
Бина эсендә биҙәкләү эштәре башҡарыла, душ бүлмәләре ремонтлана. Шулай уҡ бассейндағы һыу яңыртыла. Эш режимы элеккесә, иртәнге сәғәт туғыҙҙан кисе туғыҙға тиклем. Коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле санитар талаптарҙы үтәү шарт.
Әлфинә Килдейәрова