Республиканың Милли симфоник оркестры 30-сы юбилей миҙгелен асты

Your browser doesn't support HTML5 video.

14 сентябрҙән колектив «Башҡорт классикаһының алтын биттәре» концерттар шәлкеменә саҡыра. Музыканттар Нариман Сабитов менән Хөсәйен Әхмәтовтың әҫәрҙәрен тәҡдим итәсәк.

Артабанғы концерттарҙа Заһир Исмәғилев һәм башҡа арҙаҡлы башҡорт композиторҙарын әҫәрҙәре башҡарыласаҡ. 15 сентябрҙә коллектив республика һәм күрше төбәктәр буйлап гастролдәргә сыға. Оркестр концерттары Ишембай, Стәрлитамаҡ, Яр Саллы, Учалы, Белорет һәм Магнитогорск ҡалаларында үтәсәк.

Әле оркестрҙың кимәле юғары, шуға ла беҙ федераль кимәлдә лә дәғүәсе була алабыҙ. Быны беҙҙең гастролдәр, төрлө форумдарға саҡырыуҙар ҙа иҫбатлай. Әйткәндәй 7 октябрҙә беҙҙең, ә 6-да Рәсәй милли оркестрының соло концерты.

Артур Нәзиуллин, Башҡортостан Милли симфоник оркестрының генераль директоры

Беҙҙең програмалар бик күләмле. Әле яңы йыл программаларын уйлайбыҙ, Бетховендың 9-сы симфонияһын ҡабатларға ниәтләйбеҙ. Мәскәүҙән дә күп музыканттар йәлеп итәбеҙ.

Дмитрий Крюков, Башҡортостан Милли симфоник оркестрының баш дирижеры