Сибайҙа “Урал аръяғы” инвестиция һабантуйы башланды. Унда эшҡыуарҙар һәм төрлө өлкә белгестәре ҡатнаша. Эшлекле йыйын барышын хәбәрсебеҙ Бәйтулла Фәтҡуллин күҙәтә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЕвразия халыҡтары ассамблеяһы генераль секретары Андрей Бельянинов “Урал аръяғы” форумын ойоштороусылар һәм унда ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт ебәргән. “Башҡортостан – сәнәғәт һәм ауыл хужалығы үҫешкән төбәктәрҙең береһе. Республика милләт-ара татыулыҡты һаҡлау буйынса ҙур тәжрибә туплаған. Унда һәр кем өсөн иҡтисади, сәйәси, социаль-мәҙәни шарттар тыуҙырылған. Һәр халыҡ вәкиленә үҫеш өсөн мөмкинлектәр бар”, - тиелә Андрей Бельяниновтың сәләм хатында.