Радий Хәбиров социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләре буйынса төбәк-ара кәңәшмәлә ҡатнашты

Радий Хәбиров социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләре буйынса Волга буйы федераль округы төбәктәре кәңәшмәһендә ҡатнашты. Видеокәңәшмәне Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Чернышенко һәм Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров үткәрҙе. Дмитрий Чернышенко һәр төбәккә социаль-иҡтисади үҫеш өлкәһендә биш төп проект әҙерләргә ҡушты. Радий Хәбиров сығышында Башҡортостанға бәйле мөһим йүнәлештәр менән таныштырҙы. Мәғариф һәм фән өлкәһендә Евразия фәнни-мәғариф үҙәге, Өфө фән һәм технологиялар университеты һәм студенттар кампусы булдырыу – төп проекттар һанала. Сәнәғәткә килгәндә, “Алға” махсус иҡтисади биләмәһе һәм Урал аръяғын үҫтереүгә иғтибар бүленде. Радий Хәбиров шулай уҡ Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек буйынса проекттар менән таныштырҙы. Дмитрий Чернышенко һәр төбәкттә мөһим проекттарҙы әҙерләп яҡын арала тәҡдим итеү бурысын ҡуйҙы.