Шаран үҙәк район дауаханаһы табиптары аҙнаһына биш тапҡыр төбәк фельдшер-акушер пункттарына вакцина эшләргә сыға. Ошо көндәрҙә район медиктары Дүрмән һәм Наратаҫты ауылдары халҡын прививкаға йәлеп итте.
Вакцина һалыу ял көндәрендә лә туҡтамай. Эш көндәрендә табиптар иртәнге 8-ҙән киске 8-гә, шәмбе-йәкшәмбе көндөҙгө сәғәт 4-кә тиклем эшләй. Бөгөнгә районда 7 меңдән ашыу кеше Ковид-19 вирусына ҡаршы прививка яһатып өлгөргән, уларҙың 32 проценты 60 йәштән өлкәндәр.
Гөлдәриә Йосопова