Ишембай районы Ҡолғона ауылының ирекле янғын һүндереү дружинаһына «Урал» машинаһы тапшырылды

Автоцистерна алты тонна һыу һыйҙыра ала. Ҡотҡарыусылар билдәләүенсә, яңы техникаға ихтыяж юғары булған. Сөнки быға тиклем ут сыҡһа өҫтәмә ярҙамды ситтән саҡырыу талап ителгән, ә ауыл биләмәһе район үҙәгенән яҡынса ҡырҡ саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә районға тағы ла өс янғын һүндереү машинаһы ҡайтасаҡ.

Быйыл Ишембай районында ике йөҙҙән ашыу янғын осрағы теркәлгәйне. Ҡотҡарыусыларға ут менән көрәштә ярҙамға ауыл халҡы ла сыға. Тантаналы сара сиктәрендә ирекмәнлек эшен алып барыусыларға төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының рәхмәт хаттары тапшырылды.

Гөлназ Хәйбуллина