Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле репертуарын байыта

Яңы миҙгелдә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солистары чечен-ингуштарҙың «Йәштәр», аргентиндарҙың «Гаучо» көтөүселәр бейеүҙәрен тергеҙеп ҡуйырға ниәтләй. Шулай уҡ оло сәхнәгә «Бөркөтостан» да ҡайтарыла. Сығыштарҙы әҙерләүҙә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Дикалу Музакаев ярҙам итә.

Чечен республикаһы балетмейстерының ансамбль менән хеҙмәттәшлеге туҡһанынсы йылдар аҙағынан башланған. Тап уның етәкселегендә Башҡортостандың билдәле бейеү коллективтары Кавказ яҡтарының бай мәҙәниәте, хореографияһы менән таныштыра.

Фәйзи Ғәскәров исемен ғорур йөрөткән коллектив менән бейеү сәнғәтен күтәреү буйынса хеҙмәттәшлеккә яңы пландар ҡорабыҙ. Милли балет, шоу-мюзикл өҫтөндә эшләргә теләйбеҙ. Республика етәкселеге ярҙамы менән ҙур уңышҡа өлгәшербеҙ тип ышанам.

Дикалу Музакаев, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы

Иртәгә ғәскәровсылар «Мәҙәни шәмбе» акцияһы сиктәрендә асыҡ ишектәр көнө уҙғара. Сара иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана. Ошонда уҡ ансамблдең оркестры «Музыкаль ҡунаҡхана»ға саҡырасаҡ. Акцияға килеүселәр ансамблдең тарихы, уның әлеге артистары һәм ветерандары менән таныша, ансамбль тураһында фильмдар ҡарай, балет класын күрә ала.

Ҡунаҡтар шулай уҡ бейеүселәрҙең костюмдарын кейеп ҡарап,фотоға төшөү мөмкинлегенә лә эйә була. Ансамбль музейында тамашасыларҙы Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Риф Ғәбитов менән осрашыу көтә.

Гөлназ Хәйбуллина