Стэнли Кубогы үҙ тарихында тәүге тапҡыр Башҡортостанға килде

Көмөш вазаны Өфөгә юлаевсылар мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Андрей Василевский алып ҡайтты. Билдәле булыуынса, яҡташыбыҙ сығыш яһаған «Тампа» клубы ике йыл рәттән НХЛ-дың төп трофейына эйә булды. Ә инде уның ҡапҡа һаҡсыһы уҙған миҙгелдең иң файҙалы уйынсыһы тип танылды.

Зорге урамындағы боҙ һарайы фойеһында алма төшөрлөк тә урын юҡ. Йәш хоккейсылар Андрей Василевский яулаған кубоктар менән фото төшөп ҡалырға ашыға. Тарихи ваҡиғаның шаһиты булыу өсөн Өфөгә республиканың башҡа төбәктәренән дә командалар килгән. Бындай ваҡиғанан ата-әсәләр ҙә ситтә ҡалмаған.

Андрей Василевскийҙың Өфөләге сәфәре йәш хоккейсылар менән осрашыуҙан башланды. Сөнки ул үҙе лә тәүге тапҡыр конькиға тап ошо боҙ һарайында баҫҡан. Ҡапҡа һаҡсыһы әйтеүенсә, Стэнли Кубогын яулау иң тәүҙә күккә ашмаған хыял бупып күренә. Әммә көндәлек күнекмәләр ярҙамында уның командаһы ике йыл рәттән көмөш ваза менән бүләкләнә.

Яңы миҙгел шулай уҡ олимпия йылы менән дә тап килә. НХЛ етәкселеге был юлы үҙ хоккейсыларын Ҡытайға еберергә рөхсәт биргән. Әлбиттә, Рәсәй йыйылма командаһы составына Андрей Василевскийҙың эләгеүе бер кемдә лә шик тыуҙырмай. Иң мөһиме, февралгә тиклем үҙеңде төрлө йәрәхәттәрҙән аралау.

Юлаевсылар мәктәбе үҙенең тәрбиәләнеүселәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Һуңғы йылдарҙа төп командаға үҙебеҙҙең егеттәр йәлеп ителеүе айырыуса ҡыуаныслы.

Американан килгән яҡташыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәленә лә бармай булдыра алманы. Сөнки төп команда милли геройЫбыҙ исемен йөрөтә. Ошонда уҡ Андрей Василевский Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары менән фотоғо төшөргә лә ваҡыт тапты. Шуларҙың береһе никах туйҙарын билдәләүсе Гәрәевтәр ғаиләһе.

Кубок менән фотоға төшөргә теләүселәр шулай уҡ «Өфө-Арена»ға ла йыйылды. НХЛ-дың төп трофейы Башҡортостанға бер көнгә генә килде. Өфөнән тыш, ул тағы ла Мәскәүҙә һәм Түбәнге Кама ҡалаларында булып өлгөрҙө.

Илдар Байбулатов