Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республика башлығы Радий Хәбиров Указы буйынса ул 2020 йылдан башлап йылына ике тапҡыр үтә: апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында. Өфөлә ойошторолған байрам саралары менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
Талғын көйгә ҡыҙыл балаҫ буйлап башҡорт милли кейемдәрендә дефиле. Өфөләге сауҙа үҙәгендә этник мода өлгөләре күрһәтелде. Дизайнерҙар ҡала халҡын кейем һәм биҙәүестәр коллекцияһы менән таныштырҙы. Оҫталар араһында йәштәр ҙә бар. Иҙел Хәкимов инженер һөнәрен үҙләштереүгә ҡарамаҫтан, күңеле менән ижадҡа, матурлыҡҡа ынтыла. Маҡсаты – милли кейем һәм уның заманса сағылыштары аша йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап ҡалыу.
Милли кейем көнөндә ойошторолған сарала Башҡортостандың билдәле ательелары, күн әйбер етештереүселәр, стилистар ҡатнашты. Зауыҡлы эшлекле костюмдар, йылы кейемдәр күрһәтелде. Тамашасылар ижадсыларҙың һәр коллекцияһын алҡышлап ҡаршы алды.
Рәссам Раушаниә Бәҙретдинова картиналар яҙып ҡына ҡалмай, уларҙы кейемдә лә сағылдыра. Жилеттарҙа – гүзәл башҡорт ҡыҙҙары, түшелдерек, республиканың бай тәбиғәте. Дизайнер билдәләүенсә, тормошҡа һөйөү ижад ҡомарын арттыра ғына.
Асыҡ һауала йәштәр өсөн күңел асыу программаһы, концерт, биҙәүестәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре. Өфөнөң "Арт-квадрат" майҙансығында ла Милли кейем көнөнә арналған байрам сараһы үтте.
Башҡортостанда йәшәүсе төрлө милләт халыҡтарын берләштергән байрам һәр кемдең күңелендә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Милли кейемдәр, йыр-бейеүҙәр аша һәр милләттең мәҙәни, рухи донъяһы асылды.
Милли кейем байрамының хәҙер эмблемаһы ла бар. Эксиздар конкурсы еңеүсеһе билдәләнде. Ғөмүмән, быйыл байрамдың оффлайн-форматта ойошторолоуы ла үҙе бер тантана. Күләмле сараның милләт-ара татыулыҡты нығытыуға индергән өлөшө лә баһалап бөткөһөҙ.
Гөлназ Хәйбуллина