Инвесторҙар республика иҡтисадына миллиардлаған һум аҡса һалырға әҙер. Сибайҙа бөтә Рәсәй инвестиция форумына йомғаҡ яһалды. Уның барышында Башҡортостандың көньяҡ райондары өсөн генә түгел, тотош республиканың артабанғы үҫешен билдәләгән проекттарға нигеҙ һалынды.
Былтыр инвестиция һабантуйы пандемияға бәйле кисектерелеп торғайны. Быйыл уны уҙғарыу ҡарары раҫланды. Ҡул ҡуйылған килешеүҙәрҙе иҫәпкә алғанда форумды уңышлы тип баһаларға мөмкин. Башҡортостан башлығы фекеренсә, республиканы алға әйҙәүсе инвестиция форумдарын уҙғарыу бик мөһим.
Рәмзиә Кәримова