Бөгөн «Белая река» дәүләт типографияһында етештерелгән бюллетендәр республиканың 69 территориаль һайлау комиссияһына оҙатылды. Унан бланктар һайлау участкаларына бүлеп таратыласаҡ. Бюллетендәрҙе типографиянан ҡабул итеп алыу һәм райондарға ебәреү нисек ойошторолдо? БЮТ каналы хәбәрсеһе Әфлинә Килдейәрова белә.
Һайлау кампанияһына әҙерлек барышының иң ҡатмарлы һәм яуаплы этаптарының береһе. Тауыш биреү ҡағыҙҙары «Белая река» нәшриәт йортонан Башҡортостандың һайлау комиссияһына тапшырылды. Бланктар ошо көндәрҙә республиканың 3 мең 364 даими һәм дауахана, санаторий, тикшереү изоляторҙарында урынлашҡан 39 ваҡытлыса һайлау участкаларына тапшырыласаҡ.
Бюллетендәр Рәсәй үҙәк һайлау комиссияһы өлгөһө буйынса махсус ҡағыҙҙа баҫтырылған. Уларҙың 82 проценты рус, 12 проценты башҡорт һәм ҡалған 6 проценты татар телдәрендә төҙөлгән. КОИБ ярҙамында тауыш биреүселәр өсөн айырым бланктар әҙерләнгән.
Бланктың баҫма формаһы ла киҫәктәргә ҡырҡыла. Был эште теүәлләгәндән һуң ғына Өфө һәм Благоварҙағы типографияларҙа баҫтырылған бюллетендәр республика төбәктәренә оҙатыла башлай.
100 тонналыҡ 6 миллиондан ашыу тауыш биреү ҡағыҙҙарын территориаль һайлау комиссияларына тиклем алып барыу «Махсус элемтә» хеҙмәткәрҙәренә йөкмәтелгән. Республикала барлығы 69 территориаль һайлау комиссияһы иҫәпләнә. Тәүге рейстар Башҡортостандың көньяҡ райондарына юлланды.
Быйылғы һайлауҙарҙың үҙенсәлеге – сейф пакеттар ҡулланыуҙа. Ул тауыш биреүселәрҙең тамғаһы ҡуйылған бюллетендәрҙе бөтөн көйөнсә һаҡлауҙы күҙаллай.
Ил буйынса тауыш биреү көнөнә һанаулы ғына көндәр ҡалды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һаҡланыу сараларын үтәү һәм халыҡтың күпләп йыйылыуына юл ҡуймау маҡсатында һайлау өс көн 17-һенән 19-сы сентәбргә тиклем дауам итәсәк. Республика халҡы Дәүләт Думаһынан тыш, Башҡортостан парламентының айырым участкалары буйынса депуттатар һәм урындағы үҙидаралыҡтың вәкәләтле органдарын һайлай.
Әлфинә Килдейәрова