Бөгөн уның биләмәһендә «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән йәнлектәрҙең 68 төрө иҫәпләнә. Европалағы иң тәрән булған Ҡотоҡ-Сумған мәмерйәһе лә ошонда урынлашҡан. Ул геологтарҙа һәм туристар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.
Милли парк туризм өлкәһендә, урмандарҙы һәм башҡорт бал ҡорттарын һаҡлау буйынса ҙур проектты тормошҡа ашырыуға әҙерләнә. Уның презентацияһы 15 октябргә тәғәйенләнгән. Быйыл паркҡа 100 меңдән ашыу турист килгән.