Марафонда теге йәки был дистанцияла һәр кем йүгереүе мөмкин. Был турала республика хөкүмәте рәйесе Андрей Назаров Өфө халыҡ-ара марафоны һөҙөмтәләре буйынса социаль селтәрҙәге аккаунтында яҙа. “Баш ҡалабыҙҙа уҙған марафонда 5 дистанцияла 18 илдән, Рәсәйҙең 34 төбәгенән 4 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Минең эргәлә йәштәр ҙә өлкән йәштәгеләр ҙә йүгерҙе. Барыһы ла яҡшы кәйефтә ине. Спорт сәләмәтлек кенә түгел, ул кешеләрҙе берләштереүсе лә. Ҡатнашыусылар хәйриә ярҙамы ла күрһәтә. Йыйылған аҡса сәләмәтлек мөмкинлеге сикләнгән балаларға ярҙам итеүгә йүнәлтелә”-тип яҙа Андрей Назаров. Марафон дистанцияһында ир-егеттәрҙән Пермь крайы вәкиле Алексей Патраков, ҡатын-ҡыҙҙар араһында Златоустан Антонина Юшакова еңеүсе тип танылды. Өфө спортсылары Вениамин Каныбеков һәм Ульяна Шарикова 21 километрлыҡ дистанцияла беренсе һөҙөмтә күрһәтте.