Йәрмәкәй районының Ҡолбай ауылында мәсет һалына

Төҙөлөш “Атайсал” проекты сиктәрендә алып барыла. Яңы мәсет ағастан күтәрелә һәм 70 квадрат метр майҙанлы була, 30-ға яҡын кешене һыйҙыра ала. Нигеҙ һалыу тантанаһында диндарҙар халыҡты тик изге эштәр башҡарырға, милләт-ара татыулыҡты нығытырға, мохтаждарға ярҙам итергә саҡырҙы, ти  район хакимиәте белгесе Энже Шафикова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Әлеге көндә Йәрмәкәй районында 12 мәсет бар.