Республикала бер йылда коронавирустан вафат булыусылар биш тапҡыр артҡан. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, былтыр августа 7 мең 500 кеше ковид йоҡторған булған, 28 кешенең ғүмере өҙөлгән. Быйыл вирус йөрөтөүселәр 54 меңдән ашты, 987 пациент үлгән. Башҡортостан дауаханаларында COVID-19 диагнозы ҡуйылған 23 бала ята. Был турала ведомствоның беренсе урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин белдерҙе. Үткән тәүлектә 297 кешелә коронавирус асыҡланған. “Халыҡта коллектив иммунитет булдырмай тороп, сирҙе еңә алмайбыҙ”, - ти Өфөнөң 4-се йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы табибы Фәғилә Ҡотлоғужина.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБашҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның беренсе компоненты 1 миллион 104 мең кешегә яһалған.