Ул баш ҡаланың яңы микрорайондарын һыу һәм канализация селтәре менән тәьмин итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Һыу торбаларының оҙонлоғо 23 километрҙан ашыу, ул Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғалары, тимер юлы, Өфө-Аэропорт автомагистрале аша уҙа.
Төҙөүселәр әйтеүенсә, был ҡатмарлы объект, сөнки Өфө карст ятҡылыҡтары өҫтөндә урынлашҡан. Бөгөн төҙөлөш барышы менән Башҡортостан башлығы ла танышты. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажында.
Ағиҙел йылғаһы буйында эш ҡайнай. Төҙөүселәр һыу аҫтынан торбалар һуҙа. Эш бер тигеҙ генә бармай, тәүлегенә ун метрға тиклем уҙған да, бер метрҙа туҡталып ҡалған саҡтар ҙа була. Подрядсы ойошмаға һыу ятҡылыҡтары, трассалар аша торбаларҙы йыш һалырға тура килһә лә, Өфөләге объекттың үҙ нескәлектәре бар. Ағиҙел йылғаһы аҫтынан ғына 600 метр үтергә кәрәк, бер юлы ике селтәр һуҙыла төп һәм резервтағы.
Яҡынса 24 километрға иҫәпләнгән һыу торбалары менән бергә «Затон-Көнсығыш» канализация-насос станцияһын төҙөү ҙә бара. Уның оҙонлоғо 28 километрға яҡын. Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, республикала күптән бындай ҡеүәтле инфраструктура обьъекттары сафҡа индерелгәне юҡ. Ул торлаҡ төҙөлөшөн күпкә арттырыу мөмкинлеге аса.
Проект бер этап менән генә тамамланмай, ул ике өлөштән тора. Әммә белгестәр фекеренсә, иң мөһиме күләмле эшкә башланғыс һалынған. Объект тулыһынса ике йылдан файҙаланыуға тапшыласаҡ.
Проектты тормошҡа ашырыуға аҡса федераль ҡаҙнанан, «Стимул» программаһы сиктәрендә бүленгән. Өфөлә инженер селтәрҙәре төҙөлөшөн финанслау хаҡында Башҡортостан башлығының Рәсәй Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Марат Хөснуллин менән осрашыуында килешелгәйне.
Рәмзиә Кәримова