Милли аш-һыу һәм спорт ярыштары. Форумды Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты ойошторҙо. Ғаилә байрамында олоһо-кесеһе спорт ярыштарында ҡатнашты, ҡыҙыҡлы концерт программаһына тамаша ҡылды. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Байрамға килгән һәр кемде милли аш-һыуҙарҙан әҙерләнгән ризыҡтар менән һыйлайҙар һәм йыр-моң менән оҙаталар. Сараға килеүселәргә ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс булһын өсөн төрлө спорт ярыштары ойошторолған. «Геройҙар уҙышы», уҡтан сәпкә атыу, милли көрәш – был спорт сараларының бер өлөшө генә. Был фестиваль милли берҙәмлектән тыш, ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалауы менән дә ҡәҙерле.
Фестваль төрлө милләт вәкилдәрен берләштерҙе. Өҫтәлдәрҙә тәҡдим ителгән ризыҡтар бөтәһе лә хәләл. Башҡортостан балы, кәзә һөтөнән фаҙалы ҡымыҙ,йылҡы итенән әҙерләнгән ҡаҙылыҡ, тултырмалар һәм башҡа тәмлекәстәрҙе ҡунаҡтар тәмләп ҡарап, һатып алып ҡыуанды.
Фестивалдең балаларға тәғәйенләнгән өлөшө иһә ҡыҙыҡлы викториналар, ижади конкурстар менән йәнләндерелде.
Фестивалгә Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин да саҡырылған. Был юлы ул спортсы түгел, ә хөрмәтле ҡунаҡ ролендә.Ҡалғандар иһә был сараға социаль селтәрҙәр аша саҡырыу алған.
Фестиваль сиктәрендә мосолман һәм христиан дин әһелдәре, социологтар, этнографтар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашты. Гражданлыҡ позицияһының яңы ысулдарын формалаштырыу темаһы буйынса ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр индерелде.
Форумда 3 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Һәр бер милләт халыҡтар берҙәмлеген үҙ традициялары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре күҙлегенән, шәхси, ғаилә-ара, дин-ара мөнәсәбәттәрҙән сығып баһалай. Бөгөн ойошторолған фестиваль мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу юлдарын да барланы.
Гүзәл Борханова