“Атайсал” проекты ярҙамында мәктәп төҙөкләндерелде

Көйөргәҙе районы Иҫке Мораптал ауылында “Атайсал” проекты ярҙамында мәктәп төҙөкләндерелгән. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Данил Акилов белдереүенсә, меценат уҡыусыларға ноутбуктар ҙа бүләк иткән.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Атайсал” проекты Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән тормошҡа ашырыла. Киләһе айҙа уның һөҙөмтәләре буйынса “Яҡташлыҡ көсө” форумын ойоштороу планлаштырыла. Унда әүҙем меценаттар саҡырыла.