Республика менән идара итеү үҙәге уҙған аҙнала 3 меңдән ашыу мөрәжәғәт эшкәрткән

Һорауҙар “Инцидент-менеджмент” системаһы һәм Кире бәйләнеш платформаһы аша ҡабул ителә. Халыҡты күберәк биләмәләрҙе тәртипкә килтереү мәсьәләһе ҡыҙыҡһындыра. 500-ҙән ашыу мөрәжәғәт төҙөкләндереүгә бәйле булған. Вакцинация, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, юлдар һәм социаль яҡлауға бәйле һорауҙар ҙа ҡабул ителгән. Уҡыу йылы башланыу менән дә ошо өлкәгә бәйле 195 һорау ҡаралған. Уҙған аҙна менән сағыштырғанда, халыҡтан мөрәжәғәттәр артыуы күҙәтелә.