Комбайндар көнбағыш баҫыуҙарына төштө

Башҡортостан аграрийҙары көнбағыш йыя башланы. 36 район хужалыҡтарында 36 мең гектарҙан күберәк майҙан сабылған. Бөгөнгә төп майлы культура 46 мең тоннанан ашыу йыйылған. Уңыш гектарынан уртаса 12 ярым центнер. Ауырғазы, Бүздәк һәм Дүртөйлө райондарында иһә гектар ҡеүәте бер урауҙа 21,4 центнерҙан 22,8 центнерға етә. Быйыл республикала көнбағыш 254 мең гектар майҙанды биләй.