Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүә итеүселәр билдәле булды

Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығында Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия буйынса комиссияның тәүге ултырышы уҙҙы. Журналистика өлкәһендә иң яҡшы әҫәрҙәр буйынса конкурста 16 автор һәм 2 ижади коллектив ҡатнаша. Комиссия йәмәғәт ойошмаларын, хеҙмәт коллективтарын, айырым шәхестәрҙе ижади бәйгегә тәҡдим ителгән эштәр буйынса фекер алышыуҙа ҡатнашырға саҡыра. Ул 22 сентябргә тиклем дауам итә.