Республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров икенсегә коронавирустан вакцина яһатҡан. Был турала ул социаль селтәрҙә хәбәр итә. Премьер-министр икенсе вакцинаны тәүгеһенән һуң бер йыл үткәс эшләткән. “Үҙемде һәйбәт тоям. Сәфәрҙәр һәм осрашыуҙарға күп йөрөһәм дә, коронавирус йоҡторманым. Шуға күрә бөтәһенә лә ҡыйыу рәүештә уны тәҡдим итәм. Сир йоҡтормауҙың иң ышаныслы ысулы тип иҫәпләйем”, — тип белдерә Андрей Назаров.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт