Уҙған тәүлектә республикала коронавирус йоҡтороуға бәйле 308 яңы осраҡ асыҡланған

Your browser doesn't support HTML5 video.

Сирҙән 289 кеше һауығып сыҡҡан, 15 кеше вафат буған. Бөгөн стационарҙарҙа 720 кеше дауалана, уларҙың 476-һы 60 йәштән өлкәндәр. Ауыр хәлдәге 53 пациенттың унауһы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.

Тағы ла 5 441 кеше сиргә ҡаршы амбулатор шарттарҙа көрәшә. Республикала халыҡҡа коронавирусҡа ҡаршы прививка яһау дауам итә.

Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, төбәккә барлығы 1 656 508 доза вакцина килтерелгән. 1-се компонентты 1 221 892 кеше яһатҡан. 1 100 372 кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған.

Гөлдәриә Йосопова