Күмертауҙа ике еңел автомобиль ҡатнашлығында авария теркәлгән

Your browser doesn't support HTML5 video.

«Лада Приора» һәм «Хендай Солярис» автомобилдәре ҡаланың Энергетиктар урамында бәрелешкән. Аварния мәле  ҡоролмаһына төшкән.

Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 32 йәшлек водитель идара иткән «Лада» артабан торба үткәргескә барып төкөлгән. Авария һөҙөмтәһендә «Приора» водителе менән уның 20, 22 һәм 27 йәшлек пассажирҙары дауаханаға оҙатылған.

Мишкә районы Рәфәнде ауылында «ГАЗель» автомобиленә идара иткән 51 йәшлек водитель алда барған мотоблокка бәрелгән.

Аварияла мотобоктың водитель менән уның ике пассажиры – 49 йәшлек ҡатын һәм уның 13 йәшлек улы зыян күргән. Улар дауаханаға килтерелгән. Мотоблокка идарп иткән 22 йәшлек водителдең эскән булыуы билдәле. Осраҡ буйынса тикшереү бара.

Гөлдәриә Йосопова