Башҡортостандың граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамы менән төбәк башлығы грантына ойошторолған сара ике меңдән ашыу кешене берләштерҙе. Муллыҡ байрамынан киләһе яҙма.
Бойҙайҙы ҡул тирмәне аша үткәргәндән һуң, он иләп, ҡамыр йәйеп ҡарарға мөмкин. Стәрлетамаҡта ойошторолған икмәктең милли төрҙәре республика фестивалендә төрлө оҫталыҡ майҙансыҡтары эшләне. Урындағы комбинат хеҙмәткәрҙәре ерҙәге иң ҡәҙерле ризыҡты бешереү серҙәре менән уртаҡлашты.
Майҙанға йыйылған халыҡ яңы ғына мейестән сығарылған икмәк телемдәре, керәндил, сохарый, вафля, торт менән һыйланды. Йәрминкәлә дегустация өҫтәлдәре эшләне. Технологтар яңы продукция өлгөләре менән таныштырып, ассортимент байлығын күрһәтте. Шулай уҡ фестиваль сиктәрендә «Икмәк юлы» тип исемләнгән интерактив күргәҙмә ойошторолдо.
Стәрлетамаҡта икмәк фестивале тәүгә генә ойошторолмай. Урындағы комбинат көсө менән ул ун биш йыл элек уҙғарыла башлаған. Тәүҙә муниципаль кимәлдә генә үтһә, хәҙер - республикалағы күркәм сараларҙың береһе. Ойоштороусылар билдәләүенсә, фестивалдә ҡатнашыусылар географияһы йылдан-йыл киңәйә, сираттағыһына Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан ижади коллективтар саҡырылды.
Алтын бөртөкләп йыйылғандай, баҫыуҙарҙа мул уңыш йыйыуға ла күп көс һалына. Ҡояштай балҡыған иген башаҡтарын үҫтереү еңелдән түгел, шулай ҙа республика хужалыҡтары был йүнәлештә уңышлы эшләй. Бөгөнгө байрам сиктәрендә ауыл эшсәндәренә, икмәк продукцияһы етештереүселәргә дан йырланды. Төрлө фотозоналар эшләне. Урындағы халыҡ тирмән, рус мейесе, шулай уҡ крәҫтиән йорто менән танышты.
Асыҡ һауала ойошторолған музейҙан халыҡ өҙөлмәне. Экспонаттар байлығы күптәрҙе хайран ҡалдырҙы.
Гөлназ Хәйбуллина