Башҡорт тарихы йылы уҡсыларҙы йыйҙы

Your browser doesn't support HTML5 video.

Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылында Көрәй Батыр иҫтәлегенә милли йәйәнән уҡ атыу асыҡ республика турниры үтте. Мәргәндәр бәйгеһендә Башҡортостан һәм күрше өлкәләләрҙән 60 -тан ашыу уҡсы ҡатнашты.

Уҡтан атыу спорты һуңғы йылдарҙа республикала киң таралды. “Мәргән уҡсы” ойошмаһы ла уңышлы эшләй. Өсөнсө тапҡыр ойошторолған ярышта ҡатнашыусыларҙың һаны арта барыуы ҡыуандыра. “Уҡ менән янды ҡулға алыу менән һин үҙеңдә быуындар бәйләнешен тояһың”, ти турнирҙа ҡатнашыусылар. Милли кейемдә сығыш яһау ҙа сараға күркәмлек өҫтәй.

Әхмәр ауылынан Әхәт Өмөтбаев ярышҡа балалары менән килгән. Алдар батыр нәҫеленән булған кескәй Йософ олатаһынан был һөнәрҙең бар нескәлектәренә төшөнә. Әйткәндәй, Әхәт Өмөтбаевтың килене лә бер нисә турнирҙа ҡатнашып еңеү яулауған.

Ҡыҙыҡлы һәм көсөргәнешле ярышта ҡатнашыусыларҙы урындағы һәүәҫкәр артистар, Баймаҡ халыҡ ижады үҙәге коллективы йыр‐моң менән дәртләндереп торҙо. Ниғәмәт ауыл советы ярҙамы менән һыйлы өҫтәл әҙерләнде. Шулай уҡ, был мәртәбәле сарала милли спорт уйындары: ҡул көрәше, һөңгөнән атыу, суҡмар ташлауға ла иғтибар бүленде. Йолаларыбыҙҙы өйрәнеү маҡсатында «Шәжәрә» конкурсы ла үтте.

Раушания Рәхимова