Унда республиканың барлыҡ спорт мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты. Етеҙҙәр 500, 800 һәм 1500 метр арауыҡҡа йүгереүҙә асыҡланды. Спортсылар шулай уҡ оҙонлоҡҡа, бейеклеккә һикереү, снаряд ташлауҙа көс һынашты. Бындай турнир атлеттарҙың ғына түгел, тренерҙарҙың да миҙгел дауамындағы эшен йомғаҡлау булып тора.
Ярышта 300-ләгән спортсы ҡатнашты. Республика ярышының төп фавориттары тип Өфө, Нефтекама, Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары вәкилдәре иҫәпләнә.
Гөлдәриә Йосопова