Республикала өс йөҙҙән ашыу подъезға комплекслы ремонт яһалды

Быйыл Башҡортостанда өс йөҙҙән ашыу подъезд комплекслы ремонт программаһына эләккәйне. Бөтә объекттар буйынса ла төҙөлөш-монтажлау эштәре ваҡытында тамамланған. Шулай ҙа етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгел, әммә улар подрядсы ойошмаларға ҡағылмай. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Элемтә линияларына ревизия ойошторорға кәрәк. Юғиһә ҡайҙа ҡарама сымдар күренә. Өфөнөң Ферин урамы, 20/1 йортонда йәшәүселәр подъездарҙа тәртип булдырырға теләй. Сөнки бында яңы ғына капиталь ремонт тамамланған. Милекселәр билдәләүенсә, эске яҡтан биҙәкләү эштәре сифатлы башҡарылған. Подрядсы ойошмаға дәғүәләр юҡ. Баҫҡыс майҙансығында яңы яндауырҙар ҡуйылған, яҡтыртыу ҡорамалдары ла алмаштырыла.

Уҙған йылдарҙа капиталь ремонт пограммаһы буйынса торлаҡта ҡыйыҡ, лифт яңыртылған була. Хәҙер дүртенсе подъезд алдында пандус та бар. Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уңайлы мөхит булдырыла. Әйткәндәй, быйыл Өфөлә подъездарҙы капиталь ремонтлау программаһына 260 күп фатирлы йорт ингән, уларҙың дүртәүһе пандустар менән тәьмин ителә.

Баш ҡалала төҙөлөш-монтажлау эштәре ваҡытында тамамланды. Әммә подъездарҙы ремонтлау – комплекслы эш. Подрядсы ойошманан тыш, элемтә операторҙары ла линияларҙы тәртипкә килтерергә тейеш. Ә идарасы компаниялар йорт ҡыйыҡтарын төҙөкләндереү өсөн яуаплы, юғиһә түшәмдән һыу аҡһа, ремонтланған подъезд гарантия осрағына индерелмәй.

Олег Койда, «Башҡортостандың капиталь ремонт буйынса төбәк операторы» фонды мәғлүмәт бүлеге етәксеһе

Быйыл Өфөнөң Дим районында биш күп фатирлы йорттоң ете подъезында капиталь ремонт уҙғарылған. Был исемлектә Таллин урамындағы торлаҡ та бар. Подрядсы компания милекселәрҙең бар теләктәрен иғтибарға алып эшләгән, стеналарҙың төҫө билдәләнә. Урындағы халыҡ төҙөкләндереү процессына үҙҙәре лә ихлас ҡушылып, баҫҡыс майҙансығындағы иҙәнде буяған.

Программа старт алыу менән Башҡортостанда алты меңдән ашыу подъезд заманса төҫ алған. Быйыл Өфөнән тыш, Баймаҡ, Приют ҡасабаһында ла төҙөкләндереү эштәре башҡарылған. Экономия һөҙөмтәһендә Ағиҙел ҡалаһындағы торлаҡтарҙа капиталь ремонт ойоштороуға финанстар бүленә. Тиҙҙән тағы ла алты подъезд яңыртыла.

Гөлназ Хәйбуллина