Прививка эшләткән һәр кеше өсөн 200 һум. Башҡортостанда халыҡҡа вакцина яһаған табиптарға өҫтәп түләргә тәҡдим итәләр. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ошо турала проект әҙерләгән. Түләүҙәр йыл аҙағына тиклем башҡарала, район коэффициенттары иҫәпкә алына, тип хәбәр итәләр ведомствонан .