Республикала тағы 16 кеше коронавирус ҡорбаны булған. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған тәүлектә 312 кешелә ковид раҫланған. Әле 6 меңдән ашыу кеше хәүефле инфекциянан дауалана. Уларҙың 5 мең ярымға яҡыны өйҙә, 732-һе стационарҙа ҡала. 55 кешенең ауыр хәлдә булыуы тураһында белдерәләр, 11 пациент яһалма һулыш алдырыу аппараттарына тоташтырылған. Медицина хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, ауырыуҙарҙың күбеһе алтмыш йәштән өлкәндәр. Республикала халыҡты вакциналау дауам итә. Бер тәүлек эсендә прививка яһатыусылар 13 меңгә артҡан. Башҡортостанда вакцинаның ике компоненты ла 1 миллион 108 мең кешегә эшләнгән.