Белоретта яңы предприятие асылды

Бөгөн Белорет ҡалаһында рессор етештереү буйынса яңы предприятие сафҡа инде. Уны асыу тантанаһында Республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Урал пружина заводы тарафынан тормошҡа ашырылған инвестиция проекты 500 миллион һумға баһалана,  ул транспорт етештереүсе ил предприятиеларын  сифатлы автокомпонент менән тәьмин итәсәк. “КАМАЗ, “Урал” һәм “Уралвагонстрой” кеүек билдәле компаниялар етәкселәре лә бөгөн беҙҙең арала булыуы айырыуса ҡыуаныслы. Улар яңы завод продукцияһын ҡулланасаҡ төп компаниялар булырына ышанам. Инновацион предприятиела хеҙмәткәрҙәр өсөн барлыҡ шарттар ҙа бар”,- тине Радий Хәбиров. Яңы завод айына  Европа стандарттарына яуап биргән 1200 тонна рессор продукция етештерергә ниәтләй.