Уҙған тәүлектә Башҡортостанда коронавирус диагнозы тағы ла 312 кешегә ҡуйылған

Бөгөн стационарҙарҙа яңы инфекциянан 732 кеше дауалана, уларҙың 481-е 60 йәштән өлкәндәр. Пациенттарҙың 55-е ауыр хәлдә, уларҙың 11-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.

Тағы ла 5 460 сирле Ковид-19 вирусына ҡаршы амбулатор шарттарҙа көрәшә. Тәүлек эсендә дауаханаларҙан 265 кеше һауығып сыҡҡан, 16 кеше вафат булған. Ошо уҡ ваҡыт арауығында республикала 14 121 кеше коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатҡан.

Бөгөн Башҡортостанда вакцинацияны тулыһынса тамамлаған 1 108 271, беренсе компонентты яһатыусы 1 227 144 кеше иҫәпләнә.

Гөлдәриә Йосопова