Башҡортостанда бөгөндән йылытыу миҙгеле башланды

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә 16 сентябрҙән социаль объекттар һәм күп фатирлы йорттарға йылы бирергә тәҡдим ителде. Федераль ҡануниәткә ярашлы, һауа температураһы рәттән биш тәүлек +8 градустан күтәрелмәһә, йорттарға йылы бирелергә тейеш. Әммә фатир хужалары идарасы компания менән һөйләшеп, йылытыуҙы ваҡытынан алда башлатыуы мөмкин.