Радий Хәбиров: "Межгорье халҡы иғтибарһыҙ ҡалмай"

Республика башлығы Радий Хәбиров Межгорье ҡалаһына "Ауыл тренеры" программаһына буйынса ике-өс сертификат бирергә ҡушты. Уларҙың һәр береһе  600 мең һумлыҡ. Республика башлығы Межгорьела хөкүмәттең күсмә кәңәшмәһендә ҡатнашты. Ул ҡалалағы стадионды төҙөкләндереү менән танышты. Межгорьела бассейн төҙөү кәрәклеге тураһында ла белдерҙе. Республика башлығы хөкүмәткә 10 октябргә тиклем Межгорьеның социаль-иҡтисади үҫеше программаһын әҙерләргә ҡушты. Ҡала халҡын иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ, ярҙам итәсәкбеҙ, тине Радий Хәбиров.