Башҡортостанда 176 000 йортҡа газ үткәрергә кәрәк

Башҡортостанда йорттарҙың 83 проценттан күберәгенә газ үткән. Был турала социаль газификация программаһы үтәлеше буйынса федераль штаб ултырышында белдерелде. Унда Радий Хәбиров ҡатнашты. Республика башлығы белдереүенсә, июнь айында Башҡортостанда газ үткәреү буйынса штаб булдырылған. 176 меңдән ашыу йортҡа газ үткәрергә кәрәк. Бының өсөн  22 миллиард һум аҡса талап ителә. Бөтә структуралар менән тығыҙ эшләйбеҙ, халыҡ был эштәрҙе хуплап ҡабул итә, тине Радий Хәбиров.