Рәсәйҙә коронавирус пандемияһынан һуң да һайлауҙы өс көн уҙғарыу тәжрибәһе ҡалыуы ихтимал. Был турала илдең Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфилова белдерҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБашҡортостанда Дәүләт Думаһына һайлауҙа 3 миллион 18 мең 342 кеше тауыш бирә. Уларҙың 43 меңдән ашыуы һайлауҙа беренсе тапҡыр ҡатнаша. Башҡортостанда 31 һайлау участкаһы – дауаханала, өсәүһе – шифаханала, өсәүһе – төрмәлә, шулай уҡ тимер юл вокзалында, аэропортта һәм ҡарттар йортонда урынлашҡан. Йәшәр урыны булмаған граждандар Өфөлә махсус участкала тауыш бирә ала. Ул Посадская урамындағы 26-сы йортта урынлашҡан. Һайлауҙы үткәреү өсөн республикаға федераль ҡаҙнанан 500 миллион һум аҡса бүленгән. Уның күп өлөшө участка комиссиялары ағзаларына түләүҙәр өсөн ебәрелә.