Башҡортостанда һуңғы тәүлектә 316 кешегә коронавирус диагнозы ҡуйылған. 15 кешенең ғүмере өҙөлгән, 307 пациент тулыһынса һауыҡҡан. Әле стационарҙа 748 кеше ҡала, уларҙың күбеһе 60 йәштән өлкәндәр. Шулай уҡ коронавирус сирле 5 мең 400-ҙән ашыу кеше өйҙәрендә дауалана, тип хәбәр итәләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Рәсәйҙә коронавирусҡа бәйле яңынан карантин индереү көтөлмәй, тип хәбәр итәләр Кремлдән. Президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песков белдереүенсә, вирусологтар ауырыуҙың яңы тулҡынын һәр ваҡыт көтә, әммә улар араһында уртаҡ фекер юҡ. Ошо көндәрҙә ил башлығы Владимир Путин изоляцияға китеүе тураһында белдерҙе. Дмитрий Песков әйтеүенсә, Президент һау-сәләмәт, изоляция эш сифатында сағылмай.