Башҡортостанда ҡош киҙеүенән һаҡлыҡ саралары күрелә

Рәсәйҙең 10-ға яҡын төбәгендә ҡош киҙеүе асыҡланған. 17 хужалыҡта ауырыу теркәлгән. Республика менән күрше булған өлкәләрҙә лә йорт ҡоштарында сир раҫланған. Башҡортостанда һаҡлыҡ саралары көсәйтелде. Кешеләрҙе иғтибарлы булырға саҡырабыҙ, ти Ветеринария идаралығы етәксеһе Азат Йыһаншин.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Йорт ҡоштарында сир билдәләре күҙәтелһә, ветеринария хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ҡыҙыу бәйләнеш телефоны:  8-800-77-55-828.