Андрей Назаров: "Башҡортостанда баскетбол үҫешә"

Башҡортостанда Мәктәп баскетбол лигаһы чемпионаты старт алды. Уны асыу тантанаһында Премьер-министр Андрей Назаров ҡатнашты. Уйындар сентябрҙән апрель аҙағына тиклем уҙғарыла. Чемпионат  бер нисә этаптан тора. Мәктәп, район-ҡала, дивизион, төбәк кимәлендә көслөләр асыҡлана. Республика еңеүселәре округ кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнаша. Баскетбол  популяр спорт төрҙәренең береһе һәм шөғөлләнеүселәр һаны буйынса футбол һәм волейболдан ҡала өсөнсө урында. Республикала мәктәптәрендә баскетбол менән 140 меңдән ашыу бала шөғөлләнә, тип белдерҙе хөкүмәт рәйесе.