Учалы халҡы медицина сифатына зарлана

Учалы ҡалаһында ашығыс медицина ярҙамы сифатын федераль эксперттар баһалай. Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен күҙәтеү буйынса хеҙмәткә ошондай бурыс йөкмәтте. Ҡала халҡынан күпләп ялыу-мөрәжәғәттәр килгән. Күптән түгел Белорет һәм Учалы ашығыс ярҙам станциялары берләштерелде. Шунан һуң халыҡ табиптар бригадаһының килеп етеү ваҡыты артыуына зарлана.