Башҡортостан урмандарында санитар айлыҡ башланды. Ул 15 октябргә тиклем дауам итә. Айлыҡ барышында урмандар таҙартыла, халыҡҡа урманға бәйле талаптар аңлатыла. Шулай уҡ ҡайһы бер урмансылыҡтарҙа ебәк күбәләгенә ҡаршы эштәр алып барыла, химик препараттар ҡулланылмай, тип хәбәр итәләр Урман хужалығы министрлығынан. Быйыл Башҡортостан урмандары ебәк күбәләгенән зыян күрҙе, был бөжәктәр 476 мең гектарҙа таралды, ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде.