Башҡортостан «Мәҙәни шәмбе» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды.
Уның сиктәрендә мәҙәниәт учреждениелары бушлай концерттар ҡуйҙы, күргәҙмәләр һәм оҫталыҡ дәрестәре уҙғарҙы. Сара Иглин районында йәшәүселәрҙә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Атап әйткәндә, «Көҙгө буяуҙар» фестивалендә мәктәпкәсә йәштәге учреждениелар һәм йәштәр ойошмалары айырыуса әүҙемлек күрһәтте. Улар муллыҡ байрамына бик етди әҙерләнгән. Гүзәл заттар үҙ баҡсаларында үҫтергән йәшелсә һәм емеш-еләктән төрлө әкиәт персонаждарын тыуҙырған.
«Мәҙәни шәмбе» район мәҙәниәт һарайында асыҡ ишектәр акцияһы менән дауам итте. Был көндө һәр кемгә үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәре һәм ижади концерт коллективтары менән яҡындан танышыу мөмкинлеге бирелде.
Илдар Байбулатов