Бөгөн Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай менән ижади осрашыу үтте

Зәки Вәлиди исемендәге милли китапханала ойошторолған сараға Ҡәҙим Әбделғәлим улының ҡәләмдәштәре, дуҫтары, шулай уҡ уның ижадын яҡын күргән уҡыусылар йыйылды.

Мәғлүм булыуынса, Ҡәҙим Аралбаев күптән түгел үҙенең оло юбилейын – 80 йәшен билдәләне. Тиҫтәләрсә шиғри йыйынтыҡтар авторы бөгөн дә үткер ҡәләмен ҡулынан төшөрөргә уйламай. Әле булһа ла ул студент сағынан йөрөй башлаған китапхана тупһаһына саң ҡундырмай үҙенә кәрәкле, һирәк китаптарҙы килеп ала.

Йылы шарттарҙа үткән осрашыуҙа ҡунаҡтар өсөн Ҡәҙим Аралбайҙың ижадына арналған виртуаль күргәҙмә ойошторолдо. Шулай уҡ "Китап" нәшриәте уҡыусыларға халыҡ шағирының китаптарын тәҡдим итте.

Илдар Байбулатов