Өфөлә төҙөлгән торлаҡ комплекстары сифаты һәм биҙәлеше буйынса иң юғары талаптарға яуап бирә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Был турала бөгөн Башҡортостанға эш сәфәре барышында Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Никита Стасишин белдерҙе.

Федераль етәксе Өфөлә төҙөлгән торлаҡ комлекстарын һәм инфраструктура объекттарын ҡараны. Әлеге ваҡытта йорттар башҡаланың төрлө мөйөштәрендә сафҡа индерелә. Никита Стасишин билдәләүенсә, торлаҡ менән бергә социаль объекттар ҙа файҙаланыуға тапшырыла.

Башҡортостан «Уңайлы ҡала мөхите» федераль программаһы уңышлы тормошҡа ашырылған төбәктәрҙең береһе, тине ул. Кешеләргә йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн уңайлыҡтар ҙа арта. Мәҫәлән, Рәсәй Президенты указына ярашлы 2018 йылдан беренсе һәм әле икенсе сабыйы донъяға килгән ғаиләләр ҙур процентҡа ташламалы программалар менән файҙалана ала.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров фекеренсә, ҡаланың тарихи үҙәгендә һалынған йорттарҙың сифатына айырым иғтибар бирелә. Икенсенән, үҙ бурысын намыҫлы башҡарған ышаныслы компанияларға Хөкүмәт тарафынан да булышлыҡ күрһәтеләсәк.

Торлаҡ төҙөлөшөнән тыш төбәктә инфрастурктура объекттарын төҙөү ҙә иғтибар үҙәгендә. Мәҫәлән, әле баш ҡаланың яңы микрорайондарын һыу һәм канализация селтәре менән тәьмин итәсәк ҡоролмалар һалына, проекттың хаҡы 8 миллиард һумдан ашыу. Уны тормошҡа ашырыуға аҡса федераль ҡаҙнанан, «Стимул» программаһы сиктәрендә бүленгән.

Рәмзиә Кәримова