Йылытыу миҙгеленә ике заманса ҡаҙанлыҡ

Your browser doesn't support HTML5 video.

Уларҙың тәүгеһе Өфөнөң Киров районына ҡараған Аэропорт ҡасабаһында файҙаланыуға тапшырылды. Калинин районының Шаҡша биҫтәһендәге ҡаҙанлыҡтың ҡеүәтен БЮТ каналының ижади төркөмө лә өйрәнде. Был хаҡта енекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Шаҡша биҫтәһендәге был ҡаҙанлыҡ төҙөлөшөнә адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә республика бюджетынан 16 миллион һум аҡса бүленгән.Өфө ҡала хакимиәтенең йәшәүҙе тәьмин итеү идаралығы заказы буйынса төҙөлгән ҡаҙанлыҡтың ҡеүәте 1,5 мВат, ул күп фатирлы һигеҙ торлаҡ йортто, ике социаль объекттағы меңдән ашыу кешене йылылыҡ менән тәьмин итәсәк. Йылытыу миҙгеле башланыу менән халыҡ та үҙҙәрен борсолған мәьәләләр менән баш ҡала хакимиәтенең йәшәйеште тәьмин итеү бүлегенә шылтырата ала.

Ошо көндәрҙә колл-үҙәк ҡулланыусыларҙан шылтыратыуҙар ҡабул итә башлай. Етешһеҙлектәр тураһында халыҡтан алынған мәғлүмәт штабҡа еткереләсәк, ә беҙгә үҙ сиратында ҡулланыусыларға йылылыҡ биреүҙе юғары кимәлдә ойошторорға булышлыҡ итәсәк.

Антон Тристан, Өфө ҡала хакимиәтенең йәшәйеште тәьмин итеү идаралығы етәксеһе урынбаҫары

Шаҡша биҫтәһендә файҙаланыуға тапшырылған ҡаҙанлыҡты эшләтеү ҡеүәте тыштағы һауа температураһын иҫәпкә алып билдәләнә. Халыҡтан һәм ойошмаларҙан заявкалар булғанда өс ҡаҙанлыҡтан торған йылытыу системаһы тағы ла унлап йортто йылылыҡ менән тәьмин итә аласаҡ.

Яңы ҡаҙанлыҡтың йылытыу селтәрҙәре лә тулыһынса алмаштырылды. Ҡаҙанлыҡтың ҡоролмаһы сафтан сыҡҡан осраҡта резервтағыһы ҡулланыласаҡ. Халыҡты йылылыҡ менн тәьмин итеү өҙөлмәйәсәк.

Ирек Ғилманов, Өфө ҡалаһы инженер селтәрҙәре идаралығының техник директоры урынбаҫары

Шаҡшала яңы ҡаҙанлыҡ иҫкеһе сафтан сыҡҡандан һуң төҙөлә. Төҙөлөш барышында йылытыу селтәрҙәре лә реконструкциялана. Һуңғы йылдарҙа баш ҡалабыҙ Өфөлә инженер коммуникацияларын модернизациялауға айырым иғтибар бүленә. Яңы ҡаҙанлыҡтарҙы файҙаланыуға тапшырыу иһә өфөләрҙе йылылыҡ менән сифатлы һәм өҙлөкһөҙ тәьмин итеү мөмкинлеген бирәсәк.

Шаҡша биҫтәһендәге был ҡаҙанлыҡ тулыһынса автоматлаштырылған. Ҡаҙанлыҡ торбалары пенополиуретан менән ҡорап йылытылған. Был технология торбаларҙы ҡулланыу мөҙҙәтен 25-30 йылға тиклем оҙайтырға ярҙам итеүҙән тыш, һыуҙы, яғыулыҡты, электр энергияһын экономияларға булышлыҡ итәсәк.

Гүзәл Борханова