Башҡортостанда эсәк яман шешен иртә стадияла асыҡлауға йүнәлтелгән программалар эшләй

Your browser doesn't support HTML5 video.

Диспансер тикшереүе үткән граждандарҙың 7 процентында колоноскопия ярҙамында эсәк яман шеше иртә стадияла асыҡланған. Өфөлә уҙған фәнни-ғәмәли конференцияла табиптар сирҙе мөмкин тиклем иртәрәк асыҡлап һөҙөмтәле дауалау юлдары тураһында фекер алышты.

Республика клиник онкология диспансерында Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларынан йыйылған белгестәр тәжрибә уртаҡлашып, тармаҡ өсөн уртаҡ мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Операция өҫтәленә эләккән 52 йәшлек ҡатындың эсәктәре яман шеш төйөрсәләренән таҙартыла. Бәхеткә, пациент ваҡытында табиптарға мөрәжәғәт итеп, ауырыуҙың беренсе стадияһында сифатлы медицина ярҙамы күрһәтелгән. Сирҙе аҙ йәрәхәтле әмәлиәт юлы менән юҡҡа сығарыу маҡсаты ҡуйылған.

Башҡортостанда 2018 йылдан эсәк яман шеше менән ауырыусыларҙы кәметеү, уларға мөмкин тиклем иртәрәк ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән дәүләт программаһы тормошҡа ашырыла. Диспансеризация сиктәрендә 50 йәштән өлкән граждандарға колоноскопия процедураһына йүнәлтмә тапшырыла. Махсус скрининг эсәктәге төрлө етешһеҙлектәрҙе, хәүефле сирҙәрҙе асыҡларға булышлыҡ итә.

Яман шештең беренсе стадияһы асыҡланған ҡатынға операция ике сәғәт эшләнәсәк. Аҙ йәрәхәтле әмәлиәттән һуң пациент үҙен яҡшы тойһа, бер аҙнанан өйөнә ҡайтасаҡ. Был осраҡ буйынса табиптар яҡшы фараздарға өмөт итә, сөнки сир иртә стадияла асыҡланған.

Колоноскопия процедураһы ҡатмарлы түгел, әммә ошо ябай ысул менән тиҫтәләгән сир асыҡлана. Төбәктә быйыл колоноскопия үткән граждандарҙың 7 процентында яман шеш иртә стадияла табылған.

Башҡортостан эсәк яман шешен ваҡытында асыҡлау, сирҙе һөҙөмтәле дауалау буйынса алдынғы төбәктәр исемлегендә. Табиптар был йүнәлештә белемен даими камиллаштырып тәжрибә уртаҡлаша. Өфөлә үткән фәнни-ғәмәли конференцияға Мәскәү, Санкт-Петербург, Силәбе һәм башҡа ҡалаларҙағы белгестәр йыйылды.

Яман шеште заманса дауалап пациенттарҙың йәшәү сифатын яҡшыртыу дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Бының өсөн матди-техник базаны яңыртыу, белгестәрҙең белемен камиллаштырыу, диагностика менән бәйле яңы программалар индереү маҡсаттары ҡуйыла.

Флорида Ким