"Айыҡ ауыл" конкурсының приз фонды 40 миллион һум була. Сумма ун тапҡырға артҡан. Еңеүселәр был сумманы ауылды төҙөкләндереүгә тотона ала, тип хәбәр итәләр Хөкүмәттән. Ҡатнашыусылар һаны ла арта. 2019 йылда 500 ауыл ғариза бирһә, уҙған йылда уларҙың һаны 2 меңдән ашҡан.