"Салауат Юлаев" көйәрмәндәре өсөн автобус рейстары асылды

Өфөлә  хоккей көйәрмәндәре өсөн маршрут автобустары  йөрөй башланы. "Өфө-Арена"ға автобустар "Салауат Юлаев" уйындары  булған көндәрҙә йөрөй. Осрашыуҙан һуң  Затон, Дим, Йәшел Сауҡалыҡ, Сипайлово һәм  Черниковкаға  ҡайтырға мөмкин.  Билет  хаҡы  ҡала  маршруттарындағы  һымаҡ була.