Дәүләт Думаһы депутаттары өсөн өс көн тауыш бирергә мөмкин

Бөгөн Башҡортостанда бөтә һайлау участкалары асылды. Республикала  3 мең 400-ҙән ашыу  участка иртәнге  8-ҙән киске  8-гә  тиклем эшләй. Дәүләт Думаһы депутаттары  биш йылға һайлана. Башҡортостанда Дума депутаттарынан  тыш, Өфө, Белорет, Бөрө советтары, Өфө районы Йоматау ауыл советы депутаттары һайлана. Шулай уҡ өс округ буйынса Республика парламентына өҫтәмә һайлау була. Башҡортостанда һайлауҙарҙа 3 миллион 18 мең 342 кеше тауыш бирә. Уларҙың 43 меңдән ашыуы һайлауҙа беренсе тапҡыр ҡатнаша. Башҡортостан үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко республика халҡын һайлауҙа әүҙем ҡатнашырға саҡыра.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт